Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 21:6 - Изге Яҙма

6 Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 21:6
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй, Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней.


Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Ошоларҙы әйткәндән һуң, үҙең менән килгән кешеләрҙең күҙ алдында көршәкте ват та


Һорашығыҙ, үҙегеҙ ҡарағыҙ: Ир кеше бала таба аламы? Улайһа ниңә бала тапҡан ҡатындай Һәр береһе биленә йәбешкән? Ниңә йөҙҙәре шулай ағарынған?


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк».


Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә».


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


Үҙең яҙған ошо ике таяҡты уларҙың күҙ алдында ҡулыңда тотоп,


Ризығыңды арпа көлсәһе һымаҡ ашарһың. Уларҙы кеше күҙе алдында, әҙәм тиҙәге яғып, өҫтөндә бешер.


Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.


– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.


Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.


Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.


Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.


Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ