Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 21:25 - Изге Яҙма

25 Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 21:25
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.


Ә йәнемде көҫәгәндәр тоҙаҡ ҡора, Яманлыҡ теләүселәр һәләкәтемде юрай, Көн оҙоно миңә ҡаршы мәкер уйлай.


Ни тиклем генә хөрмәтле булғанда ла Кеше ғүмере мәңгелек түгел, Ул да хайуандар һымаҡ үлемле.


Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?


Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –


Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.


Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ғәйебегеҙҙе фаш ҡылып, барлыҡ эштәрегеҙҙә лә гонаһтарығыҙҙы күрһәтеп, ҡылған енәйәттәрегеҙҙе үҙегеҙ хәтергә төшөргән өсөн һеҙҙе әсир итеп аласаҡтар.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Рабба ҡалаһы дөйәләр өсөн көтөүлек булыр, Ғаммон ерен ваҡ мал аҙбары итермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.


Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең.


– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.


Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө! Һиңә асыуымды түгәм. Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам, Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым.


Көнөң бөттө! Еттең ахырыңа! Бына ул һиңә яҡыная.


Рабба диуарҙарына ут төртәм, Алыш көнөндә һуғыш ораны, Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ