Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 21:21 - Изге Яҙма

21 Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 21:21
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?


Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте.


Батша ауыҙында – әүлиә һүҙҙәр, хөкөм сығарғанда ла ул яңылышмаҫ.


Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр.


Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.


Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте.


Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән.


Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.


Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы,


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.


Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.


Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине.


Ҡаһинға был тәҡдим бик оҡшаны һәм, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ботто алып, халыҡ менән бергә китте.


– Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға.


Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ