Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:7 - Изге Яҙма

7 Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарығыҙҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:7
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта.


– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.


Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ.


Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашамаһа, Исраил нәҫеленең боттарына табынмаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәһә,


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай,


Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ. Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәгеҙ, бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы ғәмәлгә ашырығыҙ.


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.


Ашшурҙың аҫыл улдарының бөтәһенә фәхешләнеп үҙен бирҙе. Кемдәргә йән атҡан, шуларҙың барыһының да боттары менән үҙен нәжесләне.


Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр.


Мин Раббы уларҙың Аллаһы буласаҡмын. Ҡолом Дауыт уларҙың араһында хаким буласаҡ. Мин Раббы әйттем быларҙы.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын.


Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ.


Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ