Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:47 - Изге Яҙма

47 Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да – ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк, һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

47 Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

47 Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да – ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк, һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:47
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.


Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».


Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!


Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».


Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.


Үлтереү өсөн ҡайралған, Йәшендәй ялтлар өсөн ялтыратылған. Тик нимәгә шатланайыҡ? Ул ҡылыс улымдың хакимлыҡ таяғына, Башҡа бар ағастарға ҡараған һымаҡ, Хурлап баға!


Һин ут өсөн ем булырһың, Ил эсендә ҡаның түгеләсәк, Хатта хәтергә лә алынмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны».


Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр; Һөйәктәре таралғансы ҡайнат».


Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр?


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ