Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:12 - Изге Яҙма

12 Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:12
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап, был көндә Ул ял итте.


Һин уларға изге шәмбе көнөн белдерҙең, ҡолоң Муса аша бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанун бирҙең.


Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын.


алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер.


Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған, Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән, Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!»


Шәмбе көндө өйҙәрегеҙҙән йөк алып сыҡмағыҙ, бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгеҙ – ул көндө изге тип белегеҙ. Мин ата-бабаларығыҙға шулай тип бойорғайным.


Шәмбеләремде изге тип белегеҙ. Улар Минең менән һеҙҙең арала килешеү билдәһе булып ҡалһын. Шунда Минең Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, икәнемде белерһегеҙ“.


Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны».


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр.


Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.


Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.


әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.


Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.


Ул һеҙҙең өсөн махсус ял көнө, нәфсегеҙҙе тыйырға тейешһегеҙ, айҙың туғыҙынсы көнөндә, бер кистән икенсе кискә тиклем, шәмбе көндө билдәләгеҙ.


Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр.


Әммә етенсе йылда ер шәмбе көнөндәге кеүек тулыһынса ял итһен. Был йыл Раббыға бағышланған: баҫыуыңа сәсмә, йөҙөм ҡыуаҡтарыңды ҡыҫҡартма.


Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.


Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ