Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 20:1 - Изге Яҙма

1 Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 20:1
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


Аллаларына тоғро халыҡтай, Улар туҡтауһыҙ Мине эҙләгән була. Раббының ҡанунын онотмаған халыҡ һымаҡ, Юлдарымды өйрәнергә теләй. Минән ғәҙел хөкөм һорай, Алланың яҡын булыуын теләй.


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.


Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә


Шунда миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөндә булғаныбыҙҙың ун беренсе йылында, айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң унынсы йылында, унынсы айҙың ун икенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң егерме етенсе йылында, беренсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөндәге ун беренсе йылдың беренсе айында, айҙың етенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң ун беренсе йылында, өсөнсө айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, ун икенсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.


Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды.


Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


Өс көндән һуң Уны Алла йортонда килеп таптылар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултыра ине.


Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ