Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 19:1 - Изге Яҙма

1 – Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 – Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 – Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 19:1
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.


Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды.


Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Мысыр батшаһы уны Йәрүсәлимдәге тәхетенән ҡолата һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш һәм бер талант алтын күләмендә түләү һала.


Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә.


Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?


Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ».


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Ҡулдарынан аҫып ҡуйылды башлыҡтарыбыҙ, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.


Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.


«Нимә ине һинең әсәң? Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан! Ул йәш арыҫландар араһында ятыр, Балаларын үҫтерер ине.


Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.


Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.


– Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла.


Улар иңрәп һинең өсөн илар, Ҡайғырышып һыҡтау йыры һуҙыр: „Диңгеҙ уртаһында емерелгән Тир ҡалаһы кеүек тағы бармы?“


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.


Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ