Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 18:25 - Изге Яҙма

25 Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 18:25
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?


Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.


«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?


Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең.


Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.


Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?


Тоғро кеше, үҙенең хаҡ юлын ташлап, енәйәт ҡылһа, шул арҡала үләсәк. Эйе, эшләгән енәйәте арҡаһында үләсәк ул.


Ә Исраил нәҫеле: «Раббының юлы дөрөҫ түгел», – ти. Эй Исраил нәҫеле, Минең юлдарым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң?


Әммә һинең халҡың: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – ти. Ә бит уларҙың үҙҙәренең юлы дөрөҫ түгел.


Әммә һеҙ: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – тиһегеҙ. Мин һәр берегеҙҙе ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм итәсәкмен, эй Исраил нәҫеле!


Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.


Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)


Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ