Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 18:14 - Изге Яҙма

14 Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 18:14
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине.


Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.


– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.


Ахмаҡ баланың ата-әсәһе башына ҡайғы алыр; алйот улдың атаһынан һөйөнөс ҡасыр.


Тәүфиҡлы баланың атаһы ҡыуаныр, аҡыл эйәһенә ғүмер биреүсе шатланыр.


Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Әйтәйек, ул кешенең бер улы булһа, Һәм ул юлбаҫарлыҡ ҡылһа, ҡан түкһә, Туғанына ҡаршы ошоларҙың береһен эшләһә,


Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашамаһа, Исраил нәҫеленең боттарына табынмаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәһә,


Ҡылған бөтә енәйәттәрен танып, ихлас күңелдән ваз кискәнгә күрә, ул мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.


Шуға былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ,


Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ!


Бынан ары туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөнән, Раббы йортона нигеҙ һалынған көндән, алып, һеҙҙең менән нимә булырын күҙәтегеҙ.


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ