Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 17:19 - Изге Яҙма

19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 17:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!


Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. –


Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, был ғәмәлдәреңдең әжерен башыңа төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, боҙоҡлоҡҡа ла бирелмәнеңме ни?


Раббы Хаким былай ти: «Һин, килешеүҙе боҙоп, антыңдан ваз кистең. Шуға күрә Мин дә һинең менән шулай итәсәкмен.


Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ».


Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын.


Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ