Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 17:16 - Изге Яҙма

16 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул, биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул, биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 17:16
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.


Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән уның түрәләрен йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына, сигенгән Бабил батшаһы ғәскәренә тапшырам.


Шунан Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм Бабилға алып китер өсөн баҡыр бығау кейҙерҙе.


Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып китте. Сидкияһ үлгән көнөнә тиклем зинданда тотолдо.


Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр.


Раббы Хаким былай ти: «Һин, килешеүҙе боҙоп, антыңдан ваз кистең. Шуға күрә Мин дә һинең менән шулай итәсәкмен.


Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?»


Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.


Бабил батшаһы менән ант биреп килешеү төҙөшкән йәрүсәлимдәргә был юрау ялған булып тойолор. Әммә Бабил батшаһы, ғәйептәрен хәтергә төшөрөп, уларҙы әсиргә аласаҡ.


Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине: – Раббы бына нимә тип бойорҙо:


аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


Антты боҙғанға Алланың асыуы беҙгә төшмәһен өсөн, уларҙы тере ҡалдырайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ