Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:8 - Изге Яҙма

8 Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәм һин Минеке булдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Яныңдан уҙып барған сағымда ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡаныңды күрҙем дә, ҡан эсендәге һиңә: „Йәшә!“ – тинем. Эйе, ҡанға батҡан һиңә әйттем: „Йәшә!“


«Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.


– Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,


Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


– Һин кем? – тип һораны ул. – Мин ҡолоң Рут булам. Мине үҙ ҡанатың аҫтына алһаңсы. Һин беҙҙең ғаиләбеҙҙең йолоусыһы бит, – тине Рут.


Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ