Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 16:61 - Изге Яҙма

61 Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

61 Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

61 Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 16:61
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте.


Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен.


Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.


Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.


Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ