Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:7 - Изге Яҙма

7 Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә килеп Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:7
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын.


ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!


Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.


Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!


Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм –


«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.


Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.


Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.


Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын.


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ