Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 14:14 - Изге Яҙма

14 араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 14:14
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.


Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.


һәм Нух. Нухтың улдары: Шем, Хам, Йәфәҫ.


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.


Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Ә һин, Йермеяһ, башҡаса был халыҡ өсөн доға ҡылма, улар өсөн ялбарма. Ялынма, ярлыҡау һорама – барыбер ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары тик үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар, ил иһә бушлыҡҡа әйләнер ине.


ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар ине.


Нух, Даниил һәм Әйүп унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, хатта улар ҙа улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, тәҡүәлектәре менән бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡара алырҙар ине.


Уларға нағышлы күлдәктәреңде кейҙерҙең, уларҙың алдына Минең зәйтүн майымды һәм хуш еҫле сайырымды ҡуйҙың.


Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән,


Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.


Һайлап алынғандар араһында Йәһүҙә ырыуынан Даниил, Хананъяһ, Мишаил, Ғазаръяһ тигән үҫмерҙәр бар ине.


Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ