26 Миңә Раббы һүҙе булды:
Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. – Миңә һыртың менән боролдоң. Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм; Мин һине йәлләп арыным.
Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.
– Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә.