Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 12:25 - Изге Яҙма

25 Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 12:25
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ, Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ.


Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».


Миңә Раббы һүҙе булды. Ул минән: – Эй Йермеяһ, нимә күрәһең? – тип һораны. Мин: – Баҙам ботағын күрәм, – тип яуап бирҙем.


Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын».


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Шуға күрә уларға еткер, Раббы Хаким былай ти: «Әйткән һүҙҙәремдең береһе лә кисектерелмәҫ. Нимә әйтһәм, шул ғәмәлгә ашасаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Уларға был ҡазаны килтерәсәкмен тип юҡҡа ғына әйтмәнем Мин“».


Хатта тере ҡалған осраҡта ла, һатыусы һатҡан еренә кире ҡайтмаясаҡ, сөнки был өйөр тураһында Алланан иңгән был күренмеш үҙгәртелмәйәсәк. Енәйәттәре арҡаһында уларҙың береһе лә йәндәрен һаҡлап ҡала алмаясаҡ.


Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.


«Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ! Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ