Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 12:15 - Изге Яҙма

15 Уларҙы ҡәүемдәр араһына таратып, төрлө илдәргә һибеп ебәргәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Уларҙы ҡәүемдәр араһына таратып, төрлө илдәргә һибеп ебәргәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Уларҙы ҡәүемдәр араһына таратып, төрлө илдәргә һибеп ебәргәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 12:15
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Дөйәләре башҡаларға табыш булыр, Көтөү-көтөү малдары таланыр. Был сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән әҙәмдәрҙе Һәр тарафҡа елгә һибәм, Һәр яҡтан баштарына бәлә ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –


Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Халыҡ йәшәгән ҡалалар емерелер, ер ташландыҡ булып ҡалыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар ине.


Ана шул ҡасҡын янында телең асылыр. Һин уның менән һөйләшерһең, башҡаса өнһөҙ ҡалмаҫһың. Һин улар өсөн билдә булырһың. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Моавты хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Тирға ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр ҡылыстан үткәреләсәк. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».


Ләкин былар барыһы ла бойомға ашҡас – ә ул мотлаҡ ашасаҡ – араларында пәйғәмбәр булғанын белерҙәр.


Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын.


Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын.


Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен. Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр.


Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Арағыҙҙа йәндәре ҡыйылғандар ергә ҡолар. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ