Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 11:19 - Изге Яҙма

19 Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 11:19
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам.


Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».


«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.


Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға:


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ.


Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған.


Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын,


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ