Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 11:17 - Изге Яҙма

17 Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 11:17
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам.


Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Раббы былай ти: «Тыйыл һыҡтауыңдан, Күҙеңдәге йәштәреңде ҡорот; Тырышлығыңа күрә әжере булыр, – тип белдерә Раббы. – Балаларың дошман еренән ҡайтып килә.


Ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым менән, көслө асыуымды түгеп, һеҙҙе халыҡтар араһынан сығарасаҡмын, Үҙем таратҡан илдәрҙән йыйып аласаҡмын.


Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.


Ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән Исраил еренә һеҙҙе алып ингәнемдә Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк.


Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын.


Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн.


Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын.


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ