14 Миңә Раббы һүҙе булды:
Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым.
– Эй әҙәм улы, һинең ҡәрҙәштәрең, ҡан туғандарың һәм бөтә исраилдар тураһында Йәрүсәлимдә йәшәүселәр: «Улар Раббынан алыҫ, был ер биләмә итеп беҙгә бирелде», – тиҙәр.