Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 1:4 - Изге Яҙма

4 Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 1:4
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.


Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.


Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы:


Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек. Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүек Сүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер.


Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай өйрөлөп, Яуыздарҙың башына төшәсәк.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡара, бәлә халыҡтан халыҡҡа күсә, Ерҙең сиктәренән ғәрәсәт ҡуба!»


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған.


Диуарҙы аҡлаусыларға әйт, ул ҡолаясаҡ. Ҡойма ямғыр булыр, таш һымаҡ боҙ яуыр, ғәрәсәтле ел диуарға ҡаршы иҫер.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.


Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Ҡараһам, кешегә оҡшаған берәүҙе күрҙем. Ҡиәфәте: билдән түбән яғы – ут һымаҡ, билдән юғары өлөшө ялҡынланып-ялтырап торған алтын һымаҡ ине.


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.


аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙған ялтыр баҡыр, тауышы – шарлауыҡ шауы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ