Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 8:19 - Изге Яҙма

19 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 8:19
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.


Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында батша нәҫеленән булған Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән килеп Гедалъяһты үлтерҙе. Уның менән бергә Миспала булған йәһүҙиҙәрҙе һәм халдейҙарҙы ла ҡылыстан үткәрҙе.


Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.


Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.


Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.


Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.


Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны.


Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.


Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә,


Һөргөнөбөҙҙөң туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.


Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды:


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ