Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 7:10 - Изге Яҙма

10 Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 7:10
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын!


Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым, Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең.


Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.


Сөнки улар үлгәнсе һыҙланыу белмәй, Тәндәре сәләмәт, көслө.


Килмешәкте йәберләмә. Сит-ят ерҙә нисек ҡыйын икәнен беләһегеҙ – Мысырҙа үҙегеҙ килмешәк булдығыҙ.


Һиңә ышанып, яныңда шик-шөбһәһеҙ йәшәгән яҡыныңа ҡарата кенә тотма.


маҡсаты яманлыҡ булған йөрәк, яуызлыҡҡа ашығыусы аяҡ,


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.


Етемдәреңде ҡалдыр, эй Эдом, Мин уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырмын; Тол ҡатындарың да Миңә өмөтләнһен».


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,


Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә.


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


«Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.


Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ