Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 4:7 - Изге Яҙма

7 Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 «Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 4:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты.


Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым, «Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем.


Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.


Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем, Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың, Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең.


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


Утта ирегән балауыҙмы ни, Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер; Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни, Үҙәнлектәр икегә йырылыр.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Миңә тағы Раббы һүҙе булды:


– Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк. Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Ғайса уларға текләп ҡараны ла былай тине: – Изге Яҙмалағы: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды», – тип яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң?


һәр йырын тулһын, һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ түбәнәйһен; борма юлдар турайһын, һикәлтәле юлдар тигеҙләнһен;


Ғайса – ул «һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».


Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Шулай итеп, Ул һеҙ иманлылар өсөн – намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ