Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 3:8 - Изге Яҙма

8 Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 3:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын, Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә, Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын!


Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.


Шунан Раббы былай тине: – Ҡолом Ишағыяһтың өс йыл яланғас һәм ялан аяҡ йөрөүе Мысыр менән Куштың яҙмышын белдереүсе билдә һәм ғибрәт ул.


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил, Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине.


Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.


«Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Ул көндәрҙә, шул заманда Дауыт нәҫеленән бер тоғро Үҫенте сығарырмын. Ул илдә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр.


Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт.


Эңер төшкәс, уларҙың күҙе алдында йөгөңдө яурыныңа һал да юлға сыҡ. Ташлап киткән ереңде күрмәҫ өсөн йөҙөңдө ҡапла. Мин һине Исраил халҡына бер билдә итеп ҡуйҙым.


Зөлкифел һеҙҙең өсөн билдә буласаҡ: ул нимә эшләй, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ. Ошолар бойомға ашҡас, Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».


Аслыҡтан һәләк булмаһындар өсөн Мин уларға уңдырышлылығы менән дан аласаҡ ерҙәр бирермен, һәм улар башҡаса бүтән ҡәүемдәрҙең мәсхәрәһенә ҡалмаҫ.


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр.


Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ