Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 3:2 - Изге Яҙма

2 Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 3:2
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Һин тағы ла шуны иғлан ит, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡалаларымда тағы муллыҡ тулып ташып торор. Раббы Сионды йыуатыр, Йәрүсәлимде ҡабаттан Үҙенә һайлап алыр“».


Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!


Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.


Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте.


Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит!


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.


Хатта баш фәрештә Михаил, Мусаның кәүҙәһе хаҡында Иблис менән бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Раббы тыйһын», – тип кенә ҡуя.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ