Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:5 - Изге Яҙма

5 Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:5
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.


Эй эргә-тирәләге ҡәүемдәр, Тиҙерәк килеп бер урынға тупланығыҙ“». Йә Раббы, батырҙарыңды шунда ебәр.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Эй Шафир халҡы, Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ. Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ, Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер: Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ.


Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».


Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп: – Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, ышанысығыҙҙа ныҡ тороғоҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ