Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:4 - Изге Яҙма

4 Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, яртыһы көньяҡҡа күсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:4
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар.


Раббының шөһрәте ҡала уртаһынан күтәрелде лә ҡаланың көнсығышындағы тау өҫтөнә барып туҡтаны.


Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр.


Ҡараһам, көнсығыш яҡтан Исраил Аллаһының шөһрәте килә. Уның килеүенең тауышы ташҡын һыуҙарҙың шаулауы кеүек ине. Ер йөҙө Уның шөһрәтенән балҡып китте.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.


Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр.


Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.


Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ