Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 14:10 - Изге Яҙма

10 Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Тотош ил Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 14:10
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аса батша оран һалып, бер кемде лә ҡалдырмайынса, барса йәһүҙиҙәрҙе алып килде лә Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрҙө һәм улар менән Миспа, Бинйәмин биләмәһендәге Гевағ ҡалаларын нығытты.


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.


Ғетам, Ғайн, Риммон, Тохен, Ғашан – биш ҡала ла уларға ҡарай.


Ә Мерари нәҫеленә ҡараған башҡа левиҙәргә – Зевулун ырыуынан Риммонды, Таворҙы;


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.


Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра.


Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.


Батша һарайы әһелдәренең береһе Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләх Йермеяһты һыу соҡорона ташлағандарын ишетеп ҡалды. Был ваҡытта батша Бинйәмин ҡапҡаһы янында ултыра ине.


«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.


– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр.


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Леваоҫ, Шилхим, Ғайн һәм Риммон – тирә-яҡтағы ауылдары менән егерме туғыҙ ҡала.


Бынан тыш, Бинйәмин ерҙәренән уларға Ғивғон, Гевағ,


Ҡалғандар боролоп сүлгә, Риммон ҡаяһы яғына, ҡаса. Исраилдар юлдарҙа уларҙың тағы биш меңен юҡ итә, улар артынан Гидғомға тиклем ҡыуа бара һәм йәнә ике меңен үлтерә.


Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора.


Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ