Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 12:4 - Изге Яҙма

4 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 12:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Батша унда һыбайлыларҙан һәм яу арбаларынан торған ҙур ғәскәр ебәрҙе. Төн йөҙөндә килеп ҡаланы ҡаманылар.


Арамиҙар яҡыныраҡ килгәс, пәйғәмбәр Раббыға: – Уларҙың күҙҙәрен һуҡырайт, – тип доға ҡылды. Раббы Ильясиғиндың үтенесе буйынса уларҙы һуҡырайтты.


Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине.


Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.


Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.


Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен, Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар.


Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет.


Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын.


Минең табынымда һеҙ ат һәм һыбайлыларҙы, ҡаһармандарҙы һәм һәр төрлө яугирҙәрҙе мул итеп ашап туйынырһығыҙ“, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.


Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.


Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Ул ваҡытта Йәһүҙә башлыҡтары үҙ-үҙҙәренә: «Йәрүсәлим халҡы Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы арҡаһында ҡеүәтле», – тип әйтер.


Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.


Ошондай уҡ үләт дошман ғәскәрҙәренең тупламдарындағы бөтә мал-тыуарға: аттар, ҡасырҙар, дөйәләр һәм ишәктәргә лә төшөр.


Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.


Ул һеҙҙе аҡылдан яҙҙырыр, һуҡырайтыр, йөрәгегеҙҙең хәлен алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ