Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 11:5 - Изге Яҙма

5 Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар уларҙы салһа ла язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 11:5
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.


да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды.


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар».


Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн


Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ».


Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“.


Әммә Мин Раббы Мысыр ерендә үк Һинең Аллаң булдым. Яңынан Мин һине байрам көнөндәге һымаҡ, Сатырҙарҙа йәшәтермен.


Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡа аша түгел, башҡа юл менән инә, ул – ҡараҡ һәм юлбаҫар.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.


Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ