Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 10:5 - Изге Яҙма

5 Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 10:5
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым.


Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде.


– Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте.


Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.


Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.


Атыңа менеп, еңеүгә табан сап. Тыйнаҡлыҡ менән хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек хаҡына Уң ҡулың тетрәткес эштәр ҡылһын.


Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла,


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


Эҙләрһең, дошмандарыңды таба алмаҫһың, Һинең менән көрәшкәндәр, Һиңә дошмандар тотош юҡ булыр.


Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай.


Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!


Һин һәм һинең менән бергә бик күп халыҡтар, барыһы ла һыбайлы, олоғара өйөр, көслө ғәскәр үҙ төйәгеңдән – алыҫ төньяҡтан килерһегеҙ.


Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ, Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ, Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.


Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Ул көндө Раббы кешеләргә ҡот осҡос дәһшәт күндерер. Һәр кем үҙенең янындағы әҙәмгә йәбешеп, бер-береһенә ҡаршы ҡул күтәрерҙәр.


Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.


Йәһүҙәне йәйәмде киргәндәй кирәм; Ә Әфраимды уҡ итеп уға терәйем. Улдарыңды, Сион, Яуан улдарына ҡаршы аяҡҡа баҫтырам, Һине яугирҙең ҡылысы итәм».


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


– Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.


Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.


Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.


Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Шунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ!


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ