Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 10:2 - Изге Яҙма

2 Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 10:2
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.


Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.


Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған».


Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».


Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;


Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Мине кемгә оҡшатырһығыҙ? Кем менән сағыштырырһығыҙ? Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң?


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Шунда мин Уға: – Эй Раббы Хаким! Пәйғәмбәрҙәр был халыҡҡа: «Ҡылыс йөҙө күрмәҫһегеҙ, аслыҡ кисермәҫһегеҙ, сөнки был төйәктә һеҙгә ышаныслы тыныслыҡ бирәм», – тип вәғәҙә биреүең хаҡында һөйләйҙәр бит, – тинем.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.


Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –


Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ.


«Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ», – тигән пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламағыҙ, сөнки улар ялған һөйләй.


„Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ!


Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ.


Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Һинең менән көтөүҙе һәм көтөүсене, Үгеҙҙәре менән бергә игенсене, Өлкә башлығын, ҡала хакимын тар-мар итәм.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Бисара халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды.


«Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты».


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


«Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!


халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.


һәм ул һөйләгән хикмәт йәки мөғжизә ғәмәлгә ашһа, шунан сығып, ул һиңә: «Әйҙә, һин белмәгән башҡа илаһтарға эйәрәйек һәм уларға хеҙмәт итәйек», – тиһә,


Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ