20 Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте.
Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.
Тимерсе, ҡыҫҡысын алып, Тимерҙе ҡуҙҙың өҫтөндә тота, Сүкеш менән туҡмап эшкәртә, Көслө ҡулы менән уны яһай, Асыға, хәлдән тая, һыу эсмәй сарсай.
Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.
Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.
сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр.
Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге.
Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.