1 Алла ҡоло Мусаның доғаһы.
Хәсрәткә батҡан бәндәнең доғаһы. Хәлдән тайғас, Раббыға зарын түккәндә.
Улар һәр иртә һайын яңыра. Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым!
Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың.
Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
Тәхетең ҡаҡшамаҫлыҡ ҡуйылған әүәл-әүәлдәрҙән, Һин Үҙең – мәңгелектәнһең!
Хакимлығы диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем, Евфрат йылғаһынан ерҙең сигенә саҡлы йәйелһен!
Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.
Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.
Һин Раһавты иҙгеләп юҡ иттең, Ҡеүәтле ҡулың менән дошмандарҙы тараттың.
Зерахтың улдары бишәү: Зимри, Эҫан, Һеман, Калкол һәм Дарағ.
Зирәклеге менән бөтә кешеләрҙән, хатта Әзрах нәҫеленән булған Эҫандан, Махолдың Һеман, Калкол һәм Дардағ тигән өс улынан да өҫтөнөрәк ине; уның исеме эргә-тирәләге халыҡтар араһында танылыу алды.
Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо.