Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 79:4 - Изге Яҙма

4 Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 79:4
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.


Йософ нәҫеле Мысырҙан ҡотолоп сыҡҡас, Уға быны күрһәтмә итеп бирҙе. Үҙем белмәгән телдә тауыш ишеттем:


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


«Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде».


Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин.


Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:


Яманатлы, фетнә тулы ҡала, яҡындағылар ҙа, йыраҡтағылар ҙа һине мыҫҡыл итер.


Шул саҡта Исраил тауҙарын: „Буп-буш ҡалдылар, йоторға тип беҙгә бирелделәр!“ – тип мыҫҡыл иткәндәреңде Мин Раббының ишеткәнен белерһең.


Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе башҡа халыҡтарҙың мөлкәте булһын, уларҙың теленә ҡалһын, ғәйбәтенә тарыһын өсөн һәр яҡтан талаған һәм йолҡҡолаған өсөн,


Бөйөк Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә-яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә.


Гүйә байрам көнөндәге һымаҡ. «Афәттәреңде һепереп түгәм, – ти Раббы. – Хурлыҡ кисермәҫһең бүтән.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ