Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 78:5 - Изге Яҙма

5 Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 78:5
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.


Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.


һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.


Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.


Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп.


Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Тереләр, бары тереләр генә, Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.


Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.


Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ.


Әле уны белмәгән балаларығыҙ ҙа тыңлаһын, һеҙ әле биләргә барған Иордан аръяғындағы ерҙә йәшәгәндә һәр саҡ Аллағыҙ Раббынан ҡурҡырға өйрәнһен.


былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.


Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.


Уларҙы балаларыңа өйрәт, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телеңдән төшөрмә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ