Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 7:9 - Изге Яҙма

9 Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 7:9
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!


күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!


Йотмаҡ булып ташланған яуыздар – Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ.


Тиҙерәк ярҙамға ашыҡ, эй бөйөк Хакимым! Минең ҡотҡарыусым Һинһең!


Ниндәй бәхетле фәҡир хаҡында ҡайғыртҡандар! Раббы уны бәлә килгәндә ҡотҡарып ҡалыр.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Раббы, Һин – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраилдың Аллаһы, уян Ҡәүемдәрҙең барыһына яза бирер өсөн! Һис ҡыҙғанма хыянатсыл залимдарҙы! Села


Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер; Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр.


Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ. Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай, Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара.


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!


Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ