Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 7:12 - Изге Яҙма

12 Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 7:12
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Әммә ярлыҡауың Үҙең менән, Шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ.


Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам.


Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.


Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


«Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы, Инде Эдомдың өҫтөнә, Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы.


Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.


Бабил батшаһы менән ант биреп килешеү төҙөшкән йәрүсәлимдәргә был юрау ялған булып тойолор. Әммә Бабил батшаһы, ғәйептәрен хәтергә төшөрөп, уларҙы әсиргә аласаҡ.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ