Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 51:11 - Изге Яҙма

11 Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки ул – игелек сығанағы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 51:11
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.


Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.


Һинең хаҡыңа Шаулды хакимлыҡтан мәхрүм иткән инем. Һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам.


Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.


Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.


Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.


Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын.


Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам».


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


Улар, Раббы янынан һәм Уның ҡөҙрәтле шөһрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.


Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.


Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.


– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.


Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы.


Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ