2 Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ!
Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»
Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!
Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы, Тәҡәтем ҡороно минең. Йөҙөңдө йәшермә минән, Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын.
Яратаһың дөрөҫлөктө, золомға нәфрәт тотаһың. Шуға күрә Алла, һинең Аллаң, Шатлыҡ майы менән һине мәсехләне, Дуҫтарыңдан һине өҫтөн ҡуйҙы.
Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!
Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.
Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
«Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».