Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 30:11 - Изге Яҙма

11 Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 30:11
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


ул былай тине: – Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!


Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.


Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!


Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.


«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».


Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.


Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.


Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!


Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!


Раббы – минең көсөм һәм ҡалҡаным. Ихлас күңелдән Уға ышандым, Ә Ул ярҙамынан ташламаны. Бар булмышым менән ҡыуанам, Йырым менән Уға шөкөрана ҡылам.


Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.


«Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!


Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт, Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар;


Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар, Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор.


Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.


Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.


Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ