Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 28:9 - Изге Яҙма

9 Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 28:9
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны.


Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡым Исраилға көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған ырыу башлыҡтарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?»


Уларҙы, тимер иретә торған мейестән ҡотҡарғандай, Мысырҙан алып сыҡҡаныңды онотма. Улар Һинең халҡың, Һинең биләмәң.


Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Раббы былай ти: «Яҡуп өсөн ҡыуанып йырлағыҙ! Ҡәүемдәрҙең башлығын данлағыҙ, Уға маҡтау яуҙырығыҙ! „Йә Раббы, ҡотҡар Үҙ халҡыңды – Исраилдың иҫән ҡалғандарын!“ – тип әйтегеҙ.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, изгеләргә Алланың вәғәҙә иткән өлөшө ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө».


Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.


Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.


Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ