7 Раббының ауазы ут-ялҡын сығара;
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
Улар оло дәһшәткә төшәсәк, Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы.
Һеҙ фәҡирҙең ниәтен бушҡа сығараһығыҙ, Әммә Раббы уларҙың һыйынысы.
Йырсылар етәксеһенә: «Таң боланы» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең.
Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.
«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села
Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.
Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар, Һис береһе һындырылмаҫ.
Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар, Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер, Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ.
Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып, Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!
Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»
Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.
Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.
Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.