1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә, Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын.
Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм, Гонаһтарым күҙем алдымда гелән.
Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ.
Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!
Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».
Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.