Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 2:4 - Изге Яҙма

4 Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 2:4
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.


Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.


Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?


Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,


Ә йәнемде көҫәгәндәр тоҙаҡ ҡора, Яманлыҡ теләүселәр һәләкәтемде юрай, Көн оҙоно миңә ҡаршы мәкер уйлай.


Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села


Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.


Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке, Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам, Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым,


Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен.


Ярай, мин дә һеҙҙең бәхетһеҙлектән көлөрмөн, һеҙгә афәт килгән саҡта,


Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ