Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 16:4 - Изге Яҙма

4 Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 16:4
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға таш бағана ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә түкмә ҡорбан итеп шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо.


Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен, Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын.


Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?


Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе,


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.


бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ