Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 148:8 - Изге Яҙма

8 Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 148:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн, Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй.


Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Мин, ҡолоң Һинең, уларҙан нәсихәт алам, Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала.


Муса таяғын Мысыр ере өҫтөнә күтәрҙе. Раббы был ергә көнсығыш елен ебәрҙе. Ел көнө буйы, төнө буйы иҫте лә таңға табан саранча тубын алып килде.


Раббы ҡаршы яҡтан, көнбайыштан бик көслө ел ебәрҙе, саранчаны ҡубарып алып китеп, Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы: бөтә Мысыр ерендә бер саранча ла ҡалманы.


Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде.


Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.


Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.


Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте.


Диңгеҙселәр ҡурҡыуға төштө. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллаһына ялбарҙы. Карапты еңеләйтер өсөн, йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. Юныс иһә, карап төбөнә төшөп ятып, ҡаты йоҡоға талғайны.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ